+7 (3522) 45-16-11

admin@pedgorizont.ru

Наша лицензия на осуществление образовательной деятельности: № 909 от 13.08.2014 г., 45Л01 № 0000092

Публикации

Тәүге бураҙна (Фольклор)

Автор: Ахмадишина Гульдар Галиевна

Тәүге бураҙна йолаһы

 

Фольклор

Әхмәҙишина Гөлдәр Ғәли ҡыҙы

Өфө ҡалаһы, 2-се башҡорт лицейы

Йыһазландырыу. Артҡы планда баҫыу,бураҙна юлы, уң яҡта аш-һыу урыны, һул яҡта балалар уйнай торған аҡлан.

1-се алып барыусы.

Һаумы, ҡояш! Хәйерле көн!

Дуҫтарым,йылмайығыҙ!

Уйында ла, йыйында ла

Бер булһын уйҙарыбыҙ.

2-се алып барыусы.

Һандуғастар һайрап торһон,

Турғайҙар йырын һуҙһын.

Һәр көнөбөҙ күңелдәргә

Һөйөнөс һалып уҙһын.

1-се алып барыусы.

Халҡым яҙ һайын теләгән

Сәскән иген уңһын, тип.

Матур йолалар башҡарған

Бураҙналар тулһын,тип.

(Сәхнәгә аҡ инәй, сәсеүселәр, бала-саға сыға. Ҡатын –ҡыҙҙарҙың ҡулында төйөнсөктәр,сәсеүселәр эш ҡоралдары тотҡан.)

2-се алып барыусы.

Май айының йәмле көнө,

Йыйылығыҙ, тип һорай.

Беҙҙе боҫраған баҫыуҙа

Бураҙна көтөп тора.

1-се алып барыусы. Йәмәғәт!Сәсеү йолаһын үткәреү өсөн Ил ағаһы – йортобоҙҙоң Аҡһаҡалынан фатиха алыу кәрәк.

Аҡһаҡал.Аллаға шөкөр, донъялар имен-аман торғас, яҙҙы ла иҫән-һау ҡаршыланыҡ. Сәсеү йолаһын да башҡарырға ваҡыт етте. Был изге йоланың тәртибен аңлатып китәйем:әүәл һөрөлгән ерҙе ҡотлап,уңыш теләп, бураҙна буйынан йомортҡа тәгәрәтер булғандар. Йәнәһе, иген йомортҡа кеүек тос булһын. Баҫыуға бала-сағалар, ололар йыйылып, матур теләктәр теләгәндәр.

Бисмиллаһи баштан,

Эштең башы – башлам.

Еңел ҡулдан,

Еңел аяҡтан!

Икендегә етмәһен,

Күргәне күреп ҡалһын,

Күрмәгән ятып ҡалһын.

Күргән уңға юраһын;

Сәстем бойҙай,

Бирһен хоҙай.

Бер бойҙайҙан

Мең бойҙай,

Йә, Хоҙай!

1-се егет. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә хәйерле сәғәттә тәүәкәлләп эш башлайыҡ.

Егеттәр.Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ! (Сәсеүгә әҙерләнеп эш ҡоралдарын алалар.)

1-се егет (һамаҡлай). Ер!Ер! Көсөң бир!

Берҙе бир! Өстө бир!

Ябаға тайҙың көсөн бир!

Көсөм һиңә,Ер,Ер!

Эшем һиңә, Ер,Ер!

2-се егет. Алтмыш арба арыш бир.(Бураҙнаға ашлыҡ сәсеп үтә.)

3-сө егет.Етмеш арба етен бир!(Сәсеп үтә).

4-се егет. Туҡһан арба тары бир! (Сәсеп үтә).

5-се егет. Асҡа ла бир, туҡҡа ла бир,

Иң күбеһен миңә бир! (Сәсеп үтә).

Аҡ инәй(Ҡулында йомортҡа)

Йомортҡа бирәм, алығыҙ

Бураҙнаға һалығыҙ.

Игендәр шаулап үҫһен, тип

Теләк теләп ҡалығыҙ!

Йәгеҙ әле, ауылдаштар, һутлы тупраҡҡа йомортҡалар тәгәрәтәйек! Ә бала саға күмеп барһын.

1-се ҡыҙ. Баҫыуҙа иген уңһын!

2-се ҡыҙ. Бура иген менән тулһын!

Икмәгебеҙ күп булһын!

3-сө ҡыҙ.Донъялар имен торһон!

4-се ҡыҙ.Ямғырҙар ваҡытында яуһын!

5-се ҡыҙ. Алтын көҙөм һыйлы булһын! (Балалар йомортҡаларҙы күмеп бара.)

Аҡ инәй. Балалар,тауыҡ ҡайһы саҡ бәләкәәәй генә йомортҡа һалып ҡуя.Шуны орлоҡ йомортҡаһы тип атайҙар. Орлоҡ йомортҡаһын иген сәскән ергә күмергә кәрәк. Шулай итһәң, иген ишелеп уңа, имеш.Орлоҡ йомортҡаһын элек-электән гонаһһыҙ баланан сәстергәндәр. (Тирә-яғын ҡаранып күҙе менән балаларҙы теүәлләй. Иң бәләкәй малайҙы янына саҡыра) Кил әле, улым, мә, һин сәс. Матур теләктәреңде телә.

Малай.Быйыл да иген ошо йомортҡа кеүек ҙууур булып үҫһен.

Аҡ инәй. Эйе, улым, ашлыҡтарыбыҙҙың һәр бөртөгө ошо йомортҡалай тос,эре булып үҫһен!

Бөтәһе. Амин, амин,шулай булһын! Әйткәнең килһен, Ағинәй!

1-се егет.Ил ағаһы менән Ағинәйҙең фатихаһын алдыҡ,артабан эшебеҙҙедауам итәйек.(Егеттәр сыға)

1-се алып барыусы. Әйҙәгеҙ, киленсәктәр, йәш ҡыҙҙар, ир-егеттәр ашлыҡ сәсеп ҡайтҡансы, аш-һыу әҙерләй торайыҡ. Ә һеҙ, балалар, уйнап-көлөп алығыҙ.

Сәхнәлә балалар ғына ҡала

1-се бала. Әйҙәгеҙ, “Һәпәләк” уйнайыҡ.

2-се бала.Юу-уҡ, миңә йәшенмәк оҡшай.

3-сө бала. “Әбәк биреш”уйнайыҡ, “Әбәк биреш”.

Балалар(күмәкләп).Әйҙә,әйҙәгеҙ“Әбәк биреш”, “Әбәк биреш” уйнайыҡ.

Балалар шыбаға тотошалар.Өҫкә сыҡҡан бала көтөүсе була.

Балалар. Зәлиә, Зәлиә көтөүсе!

Зәлиә (һанай) Аҡ суҡ, күк суҡ,

Бында торма, йүгереп сыҡ.

“Сыҡ”һүҙе тап килгән бала йүгереп ҡаса.Көтөүсе тотһа “Әбәк”, тип һуға.

Балалар.Зөлфирә йырлаһын!

  • Юҡ, юҡ, шиғыр һөйләһен!

Зөлфирә. Ә мин һамаҡлайым.

Ямғырым яу,яу,

Һыйыр ҙа һөтөн бирһен.

Игендәр шаулап уңһын.

Игендәрҙең башағы

Ас булмаһын, туҡ булһын!

Ырҙындарҙа игендәр

Аҙ булмаһын, күп булһын!

Ямғырым яу, яу,яу!

Йылға аҡһын юлдарҙан,

Ташып сыҡһын ярҙарҙан.

Йылы ямғыр һуңынан

Хуш еҫ сыҡһын ҡырҙарҙан,

Ямғырым яу,яу!

Балалар күмәкләп “Ямғыр уйнарға саҡыра” йырын йырлайҙар. Шул ваҡытта сәсеүселәр ҡайта. Балалар уларға ҡаршы йүгерә. Килендәр аш-һыуға урын әҙерләй.

1-се алып барыусы.

Мин йәм табам халҡым һөйгән

Ошо матур йоланан.

Эш башҡарғас, күңел асып,

Барыһы ла ҡыуана.

2-се алып барыусы.

Бейегеҙ әле егеттәр,

Бейегеҙ әле ҡыҙҙар.

Үҙебеҙсә, саф башҡортса

Йырлайыҡ әле йырҙар!

(Егеттәр бейей)

Ҡыҙ.

Туҡта, егет, тороп тор,

Бейеүеңде ҡуйып тор!

Ҡымыҙ һалып бирәйем,

Эсереп ебәрәйем.

Ҡыҙҙар “Ҡымыҙ”бейеүен башҡара.

Егет.

Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы

Хәҙер инде ҡан ҡыҙҙы,

Инде була уйнарға,

Кәйеф-сафа ҡорорға!

Ҡапма – ҡаршы таҡмаҡ әйтәләр.

Егеттәр.

Иген сәстем уңһын, тип

Бураҙнаһы тулһын, тип.

Ауыр эште эшләүсенең

Күңелдәре булһын,тип.

Ҡыҙҙар.

Эй, арышым, арышым,

Һиндә минең табышым.

Һин буланға был донъяла

Юҡтыр минеү һағышым.

Егеттәр.

Эй, бойҙайым, бойҙайым

Бирһен ине хоҙайым.

Йәшем тулып, үҫеп еткәс,

Үҙем килеп урайым.

Ҡыҙҙар.

Аллы-гөллө сәскә ата

Баҡсалағы гөлдәрем.

Йырлап иген сәскән саҡта

Шатлана күңелдәрем.

Егеттәр.

Баҫыуҙар гөрләп торғанға

Күтәренке күңелдәр.

Күтәренке күңел менән

Үтһен беҙҙең ғүмерҙәр.

Күмәк йыр башҡарыу “Беҙҙең яҡҡа килегеҙ” Ә. Атнабаев һүҙҙәре, Ш. Кульбарисов көйө.

Беҙҙең яҡтар – киң баҫыуҙар,

Баҫыуҙар алтын ғына.

Алтын кеүек иген бешә

Йөрәктәр ялҡынында.

Ҡушымта

Килегеҙ, килегеҙ,

Килегеҙ беҙҙең яҡҡа.

Игендәр бешкән саҡта,

Игендәр бешкән саҡта,

Беҙҙең яҡҡа килегеҙ,

Байлығымды күрегеҙ.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  • Р.Солтангәрәева, Ә. Сөләймәнов. Башҡорт халыҡ йола уйындары. Өфө – 1997.
  • Ф.К. Нуриманова, Г.В. Әбҡәдирова. Рухи байлыҡ – мәңгелек. Өфө, 2000.
  • У Газин. Башҡортостандың Баймаҡ районы башҡорт балалары фольклоры. Сибай, 1997