+7 (3522) 45-16-11

admin@pedgorizont.ru

Наша лицензия на осуществление образовательной деятельности: № 909 от 13.08.2014 г., 45Л01 № 0000092

Публикации

Зов родной земли.

Автор: Галиуллина Альбина Мухтаровна

 

Тыуған илем тупрағы.

 

«Сит ерҙә солтан булғансы,

 

Үҙ илеңдә олтан бул»

 

(Мәҡәл)

 

        Көҙ.Тирә-яҡ шундай матур һәм күркәм, әйтерһең дә ер өҫтөнә алтын балаҫ түшәлгән.Ипле генә иҫкән  йылы ел сал сикә сәскәйҙәрен туҙҙырып шаяра. Ирәндек итәгендә үҫкән мәғрүр ҡарағай һәм шыршылар бер-береһенә маҡтау йырын йырлап талғын ғына сайҡала. Уларҙың моңон хуплап зифа ҡайындар ҡул сапҡандай япраҡтарын елберләтә.Бейек ҡая башына оя ҡорған сал бөркөт ҡанаттарын йәйеп, тирә-йүнде байҡап һалмаҡ ҡына осоп йөрөй.Һунарға сыҡҡан бөркөттән ҡурҡып ҡуян-төлкөләр ҡара урман тынлығына инеп юғалған,тик ҡарт бүре генә яңғыҙ ҡалыуына зарланып моронон тау түбәһенә сөйөп ултырғандан һуң, олоп ебәрҙе. Шундай сихри матурлыҡтың йәмен ебәреп олоған бүре тауышына һиҫкәнеп уянған Ғиндулла йоҡоһо ҡасҡан күҙҙәрен түшәмгә төбәп уйға сумды. Төшөндә күргән Тыуған яҡ тәбиғәте менән бүренең йән өҙгөс олоуын нимәгә юрарға һуң?

 

        Һаҡмар йылғаһында һыу инеп, Ирәндектең емеш-еләгенән тат алып бик тиҙ буй етте егет. Эшкә әрһеҙ Ғиндулланы атаһы уҡымышлы,илгә кәрәкле  кеше итеп күрергә теләне.Тыуған мәктәбендә һынатмаған егет юғары белем алыу ниәте менән Өфө ҡалаһына юлланды. Белеме тәрән егеттең киләсәктә карьера төҙөүенә шик юҡ,-тине кафедра мөдире. Ысынлап та, Ғиндулла юғары уҡыу йортонда алдынғылар рәтендә булды. Һайлаған һөнәренең серҙәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнде, юғары белемле белгес булыу теләге менән йәшәне.

 

        Уҡыуҙы уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алғас Ғиндулла Украина тарафтарына эшкә ебәрелә.Ни эшләйһең бит, заман талаптарына ҡаршы килеп булмай. Ата-әсәһе лә улының сит яҡтарға эшкә ебәрелеүенә күнде. -Белемле башҡорт, милләт данын күтәреп, Украина  халҡын ғәжәпләндерһен әле,-тип шаяртып үҙен йыуатты атаһы. -Килер бер көн, Ғиндулла Тыуған яғына әйләнеп ҡайтыр ҙа Һылыу башҡорт ҡыҙына өйләнеп гөрләтеп туй яһарбыҙ. Ейән-ейәнсәрҙәргә өләсәй-олатай булып башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләп, сәңгелдәк йырын йырлап, ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итербеҙ,-тигән хыял менән йәшәне әсә.

 

Тыуған илдән айырылып сыҡҡас, сит ерҙең тәбиғәте, мөхите бөтөнләй ят булып  тойолдо егеткә. Бөтә күңелен эшкә дусар иткән егет бер көндө украин ҡыҙы Оксанаға ғашиҡ булды.Оҙаҡламай йәштәр ата-әсәһенең яҡты өмөтөн өҙөп сәстәрен сәскә бәйләне. Ғашиҡтар йортонда бер-бер артлы ике малай донъяға килде. Оксана оло улына Никола, кесеһенә Андре тип исем ҡушты. Ҡыҙ бала тыуһа исемде һин һайларһың тигәйне лә Ғиндуллаға, яҙмыш ҡыҙ бүләк итмәне. Ул ғына ла түгел, Ғиндулла исеме әйтелешкә ауыр тип Генадийға үҙгәртелде. Шул ваҡыт Ғиндулла күңелендә оло юғалтыу һиҙгәндәй булды, тик ғаиләһенә мөхәббәте, яратҡан эше хаҡына түҙҙе. Хоҙай ғаилә бәхетенән айырманы. Һөйөклө ҡатыны Оксана ире өсөн өҙөлөп торҙо. Ғаиләлә татыулыҡ, яҡшы мөнәсәбәт хөкөм һөрҙө. Күҙ алмаһындай ике улы эшһөйәр, тырыш булып үҫтеләр. Тик Байтимеров фамилияһын йөрөткән ғаилә башҡорт телендә аралашыу түгел, бөтөнләй ишеткәндәре лә булманы. Иртәнән кискә тиклем эш тип янып йәшәгән Генадийҙың балаларына ваҡыты тар ине. Теләктәрендә булһа өйрәнерҙәр башҡорт телен тигән уй  йәшәне атаның йөрәгендә. Ул ниндәй хата ебәреүен башына ла килтермәне.

 

       Йылдар үтә торҙо. Улдарының Тыуған илгә ҡайтырына тамам өмөтөн өҙгән, ата-әсә лә  ҡартайып донъя ҡуйҙы. Ғиндулла тыуған нигеҙҙең йылыһына, атаһының аҡыллы кәңәштәренә, әсәһенең тәмле ашына, йылы ҡарашына һыуһап йәшәне.

 

       Бөгөн күргән тетрәндергес төшөн нимәгә юрарға тип баш ватты хәҙер инде үҙе олатай ҡорона еткән Ғиндулла. Ысынлап та, ул да яңғыҙ бүреләй япа- яңғыҙ тороп ҡалды. Оло ҡайғыларға һалып Оксанаһы гүр эйәһе булды. Ике улы үҙ ғаиләләрен ҡороп күптәнән башҡа йәшәйҙәр. Аталары янына бик һирәк ҡайтып торалар. Бына бит ул яҙмыш…

 

       Йәшәү дәрте һүлпәнәйгән Геннадий, сал сәстәрен һыпырып, әкрен генә тороп ултырҙы һәм тәҙрәгә баҡты. Төшөндә күргән хозур тәбиғәт ҡосағын әле йәшәгән илдә таба алмаясағына инанған Геннадийҙың сикәләре буйлап ҡайнар йәш тәгәрәне. Тыуған тупраҡҡа аунап илайһы, Ирәндек тауы итәгендәге урманлыҡҡа инеп юғалаһы килде. Бындай көтөлмәгән теләк Башҡортостанға әйҙәне. Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек тиҙ генә үткән дә киткән. Ваҡытлыса тип килгән сит яҡтарҙа яҙмыш ҡушҡанса ғүмер кисерҙем, инде Тыуған илемдең ер ҡуйынына инеп һыйынайым тигән уй солғап алды.

 

         Ғиндулла тыуған яғына ҡайтырға йыйынды. Оло улы Никола аҡһаҡал ҡорона ингән атаһын оҙатып барыу теләге менән юлға сыҡты.

 

-Һис шикһеҙ поезд менән барасаҡбыҙ, -тине Геннадий. Күпмелер тәүлек барған поезд тәҙрәһе аша үткәндәремде эҙләйем. Илем тәбиғәтен мин ҡасан күреп өлгөрәм әле,- тине. Киске эңер төшкәндә лә йәшкә тулышҡан күҙҙәрен тәҙрәнән алмай ҡарап барҙы. Юл ситендә үҫкән ҡарағайҙар ҡул болғап сәләмләгән төҫлө булды. Аралар яҡынайған һайын йөрәк ашҡынып типте.

 

        Атаһының тыуған ауылы Мораҙымға килеп еткәс, Никола халыҡтың шул тиклем ихтирамлы, ҡунаҡсыл, башҡорт теленең моңло, саф булыуына хайран ҡалды. Украина ҡунаҡтарын һәр өйҙә тиерлек милли аш менән хөрмәтләп ҡаршы алыуҙары, ҡурайҙың сихри тауышы, башҡорт йыры Николаның күңелендә илаһи көс уятты. Бында бит әкиәт иле тип тирә- йүнгә һоҡланып, балаларса ҡыуанып йөрөгән улының башҡорт телен бөтөнләй белмәүе атаның күңелен өшөттө. Иле , халҡы алдында үҙен ғәйепле итеп тойҙо. Уның күкрәк тултырып йырлау түгел, рәхәтләнеп аралашыу өсөн һүҙлек байлығы бушағандай тойолдо. Күптәнге теләген улына еткергәс, күңелендә рәхәтлек йүгерҙе.

 

«Әкиәт иле,- тинек Никола атаһы менән хушлашҡанда,- ни өсөн ғорур бөркөттәй беҙ ҙә ошо илдә оя ҡорманыҡ, атай?» Көтөлмәгән һорау Ғиндулланың күңелен тетрәндерҙе,тик яуап урынына ҡайнар йәштәр тамды.

 

       Ҡарт эйелеп усына тупраҡ алды. Уның йылыһы бөтә тәне буйлап йүгерҙе, күңелен ниндәйҙер әйтеп бөткөһөҙ илаһи рәхәтлек солғап алды. Бына бит ул ниндәй көскә эйә тыуған ил тупрағы!